5 декабрь, Дүшәмбе

16 август 2012 йыл, 11:07

Тайвань компаниялары Өфөлә үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк

автор: Любовь Колоколова

6 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Тайвандың юғары технологиялы компаниялары вәкилдәре менән бизнес-осрашыу үтә.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, компаниялар ҡырыу станоктары, мейестәр һәм комплектлаусы изделиелар, цифрлы үлсәүҙәр, һәр төрлө процессорҙар, блоктар, серверҙар өсөн һыуытыу системалары, автозапчастар, шулай уҡ модалы мебель, яһалма күн, өҫкө кейем етештереү кеүек һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙе тәҡдим итмәксе.  

Бизнес-осрашыу Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 3 адресы буйынса конференц-залда үтә. Башлана – 10.00 сәғәттә.

Алдан яҙылыу өсөн телефон: 276-22-71.