6 декабрь, Шишәмбе

16 август 2012 йыл, 10:27

Эш хаҡы үҫеше инфляция темптарынан алдараҡ барырға тейеш, тип иҫәпләй төбәк башлығы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Эш хаҡы үҫеше инфляция темптарынан алдараҡ барырға тейеш. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың власть органдары алдына тап шундай бурыс ҡуйҙы.

— Кемдер, быға өлгәшеп булмаясаҡ, тип әйтер. Әммә был дәүләттең төп бурысы булып тора. Халыҡ именлеге үҫеше инфляцияға бәйле процестарҙан алдараҡ барһын өсөн дәүләт барлыҡ шарттар булдырырға тейеш, — тип белдерҙе республика башлығы 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында. Унда алдағы өс йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса төп параметрҙар тикшерелде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылға республикала бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды, 2011 йыл менән сағыштырмаса, 1,6 тапҡырға – 258,3 миллиард һумдан 412,7 милиард һумға тиклем артасаҡ. 2012 йылда был һан яҡынса 288 миллиард һум тәшкил итәсәк.

2011 йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы, 2010 йыл менән сағыштырмаса, 12,3 процентҡа – 18397 һумға тиклем артты. 2012 йыл аҙағына уртаса эш хаҡы – 20495 һумға тиклем, ә 2015 йылда, 2011 йыл менән сағыштырмаса, 1,59 тапҡырға – 29259 һумға тиклем артасаҡ.

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2015 йылда 2011 йылға ҡарата 1,75 тапҡырға артасаҡ.

Инфляцияға килгәндә, 2012 йылда уның кимәле – 4,8 процент, 2013 йылда – 6,2-7,3 процент тәшкил итергә тейеш, ә 2014-2015 йылдарҙа 4,9-5,9 проценттан ашмаҫҡа тейеш.