Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Средстволарҙың Башҡортостандан ситкә китеү мәсьәләһен айырым ведомство хәл итәсәк

Иҡтисад

Башҡортостандың дәүләт власть органдары системаһында яңы структура булдырыласаҡ. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ведомство ҙур булмаясаҡ, ул административ хоҡуҡтарға эйә булған аналитиктар төркөмөнән торасаҡ.

— Был йә Президент, йә Хөкүмәт ҡарамағындағы структура була – бөгөн был бер үк нәмә тиерлек, йәки был Хөкүмәт составындағы структура буласаҡ, ул һалым хеҙмәтенә ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Аҡсаларҙың республиканан ситкә китеү мәсьәләһе бындай структураны булдырыуҙың төп сәбәбе булып тора, тине төбәк башлығы. Бөгөнгө көнгә был мәсьәләне бер ведомство ла хәл итмәй.

— Республиканың ни өсөн бихисап ҙур федераль системалар өсөн донор булып китеүен аңларға тейешбеҙ. Был сауҙа, мәғлүмәт, транспорт һәм башҡа системаларға ҡағыла. Бөгөн табыш үҙәктәре республиканан ситкә сығарылған, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ниндәй средстволарҙың республиканан ситкә сығарылыуын, уларҙың ҡайҙа тупланыуын яңы ведомство асыҡлаясаҡ та инде. Һөҙөмтәлә, яңы булдырыласаҡ структура ярҙамында республика бюджеты килемен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү ҡарала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть