11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2012 йыл, 18:06

Архангел районы хакимиәте башлығы итеп Александр Комзалов тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

15 августа Архангел районы Советы район хакимиәтенең яңы башлығы менән контракт төҙөнө. Был вазифаға Александр Комзалов тәғәйенләнде.

Яңы башлыҡҡа 48 йәш, ул Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай.

Төрлө йылдарҙа «Ҡыҙыл Еҙем» колхозында механизатор, Белорет автотранспорт предприятиеһында контролер, ВЛКСМ-дың район комитеты инструкторы, Орловка ауыл хакимиәте башлығы, «Ҡыҙыл Еҙем» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, «Спартак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, «Башҡорт» МТС-ының Ҡырмыҫҡалы бүлексәһендә «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка мөдире булып эшләй.

2011 йылдан әлегә тиклем Архангел районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне.

Александр Комзалов — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.