Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов бюджет дефицитын ҡаплау сығанаҡтарын атаны

Иҡтисад

Алдағы өс йылда Башҡортостан бюджеты дефицитлы буласаҡ. Мәҫәлән, 2013 йылда ҡаҙнаға керемдәрҙең сығымдарға ҡарағанда 12 миллиард һумға әҙерәк булыуы көтөлә.

Республиканың Финанс министрлығы белгестәре фекеренсә, тупланма бюджет киләһе йылға керемдәр буйынса – 126 миллиард һум күләмендә, сығымдар буйынса 138 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. 2013-2015 йылдарға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозы параметрҙары 15 августа БР Хөкүмәте йортонда үткән Башҡортостан Президенты рәйеслегендәге ултырышта тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов дефицитты ҡаплау сығанаҡтарын атаны. Тәү сиратта, был республиканың эске резервы – йылдан йылға туплана килгән средстволар, уларҙың күләме бөгөнгө көнгә яҡынса биш миллиард һум тәшкил итә. Шулай уҡ кредиттар.

— Башҡортостан – ышаныслы заем алыусы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һәр банк ниндәй ҙә булһа срокка һәм беҙ теләгән күләмдә беҙгә кредит бирә.

Шул уҡ ваҡытта, республика башлығы һүҙҙәренсә, федерацияның ҡайһы бер субъекттары кредиттар менән үтә мауығып киткән, уларҙа кредит күләмдәре бюджеттың 50-80 процентын тәшкил итә. Һәм был төбәктәр хәүеф зонаһында. Башҡортостан иһә «әҙ кредитлы» схема буйынса үҫешә.

— 2010 йылдағы ҡоролоҡ арҡаһында беҙ аграрийҙарға ярҙам итер өсөн яҡынса 3,5 миллиард һумлыҡ кредит алдыҡ. Шунһыҙ ауыл хужалығындағы юғалтыуҙарға бәйле мәсьәләне хәл итә алмаҫ инек, — тип миҫал килтерҙе Рөстәм Хәмитов. – Быйыл да ҡоролоҡ. Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте 2010 йылда алынған кредиттар буйынса түләүҙәрҙе оҙайта йәки ҡайтанан ҡарай алыр, тип ышанабыҙ. Шулай булыуы көтөлә лә инде. Йәғни, республиканың 46 районында ҡоролоҡ булыуын иҫәпкә алып, беҙ был ресурстарҙы план буйынса 2012-2014 йылдарҙа түгел, ә 2014-2016 йылдарҙа бирергә тейеш буласаҡбыҙ, — тине республика башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть