10 декабрь, Шәмбе

15 август 2012 йыл, 16:35

Башҡортостан Президенты чиновниктарҙы средстволарға ярашлы йәшәргә саҡырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика чиновниктарын «аппетиттарҙы кәметергә» саҡырҙы. Был дәүләт структуралары эшмәкәрлеген финанслауға, шулай уҡ уларҙың штатын киңәйтеүгә лә ҡағыла.

— Беҙ средстволарға ярашлы йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа барыһының да «аппетиты шәбәйеп китте». Торлаҡ, юлдар, дауаханалар, мәктәптәр, бала баҡсаларын төҙөргә кәрәклеге аңлашыла. Әммә беҙ ҡыйбат һәм сифатһыҙ төҙөйбөҙ, энергияны һаҡсыл файҙаланыу өҫтөндә насар эшләйбеҙ, — тип белдерҙе Президент 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында. Унда 2013-2015 йылдарға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозының төп параметрҙары тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала министрлыҡ һәм ведомстволар үҙҙәренең эшмәкәрлеген финанслауға бәйле теләктәрен саманан тыш күп белдерә, шуға күрә бындай теләктәргә сикләү индерелә. Күрһәтелгән осорға өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә төбәк башлығы республиканың идара итеү системаһын оптималләштереүҙе лә атаны.

— Беҙҙә идара итеү системаһы үтә киңәйтелгән. Ул һөҙөмтәһеҙ, ауыр эшләй. Уны көн талаптарына тап килтерәсәкбеҙ, әлбиттә. Идара итеү системаһы ябай, мөмкин тиклем арзан һәм һөҙөмтәле буласаҡ. Хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыуҙы һорамағыҙ, — тип мөрәжәғәт итте ултырышта ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Министрлыҡтарҙың бөгөнгө ҙурлығы 30-40 йыл элек булғандарға тап килә, ә ҡайһы саҡта улар бер ярым-ике тапҡырға артып та китә. Бөгөн беҙ коммуникация сараларына эйә, мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәйбеҙ, бер министрлыҡтан икенсеһенә мәғлүмәтте тиҙ арала еткерәбеҙ, был мәғлүмәттәрҙе туплайбыҙ, бөтөнләй башҡаса эшкәртә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәр һаны артҡандан арта. Мәғлүмәтләштереү беҙгә ни өсөн кәрәк? Идара итеү хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн, — тигән фекерен белдерҙе республика башлығы.