11 декабрь, Йәкшәмбе

15 август 2012 йыл, 15:15

Танылған врач-онколог Рәшит Баҙыҡов Салауат Юлаев ордены менән наградланды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән Республика клиник онкология диспансеры дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы врач-онкологы Рәшит Баҙыҡов Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Республикала танылған кеше, тиҫтәләгән һәм йөҙләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған хирург-онколог, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең көслө белгестәренең береһе Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов яңыраҡ үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Республика башлығының башҡа указдары менән бер нисә медицина хеҙмәткәре «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды. БР Балтас үҙәк район дауаханаһы дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһынан тиҙ ярҙам автомобилен йөрөтөүсе Хофуз Суфияновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.