5 декабрь, Дүшәмбе

15 август 2012 йыл, 14:47

Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты

автор: Людмила Терновая | фото: Мирон Доровских

14 августа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов оҙаҡ ауырығандан һуң 89-сы йәшендә вафат булды. Бөгөн Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда уның менән хушлашыу үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте исеменән республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Наталья Алмаева ветерандың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

— Бөгөн Башҡортостан үҙенең иң яҡшы улдарының береһе менән хушлаша. Минеңсә, был беҙҙең республика өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй Федерацияһы өсөн дә ауыр юғалтыу. Сөнки Тажетдин Баһауетдин улы, Советтар Союзы Геройы булараҡ, бөтә совет халҡының ғорурлығы булды. Бөгөн беҙ яҡшы кеше менән генә түгел, тотош дәүер менән хушлашабыҙ, сөнки Тажетдин Ғиләжетдинов – беҙҙең республикала йәшәгән һәм эшләгән һуңғы Советтар Союзы Геройы, — тине Наталья Алмаева.

БР хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Баһауетдинов ветеран тормошонан уның һалдат булараҡ иң яҡшы сифаттарын сағылдырған бер нисә факт менән таныштырҙы.

Башҡортостан республика ветерандар советы Президиумы ағзаһы Сабир Йыһаншин Тажетдин Ғиләжетдинов тормошоноң һуғыштан һуңғы осорона туҡталып үтте, ул 44 йыл тирәһе белем биреү системаһында – тәүҙә уҡытыусы, унан һуң мәктәп директоры булып эшләгән.

Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, фронтовиктың тормошо киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора, тип билдәләне.

Тажетдин Ғиләжетдинов менән хушлашырға, уның туғандары һәм яҡындарынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла килде.

— Бөгөн бөтә республика үҙенең һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлаша, улар Башҡортостанда 278 кеше ине, — тине Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рифмир Ҡудашев. – Ваҡыт үтә, йәштәр ҡала. Хушлашыуы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Ҡайһы бер ветерандар, минең кеүек үк, уның менән шәхсән таныш булмаһа ла, бында оло хөрмәт йөҙөнән килгән. Радионан был фажиғәле хәбәрҙе ишетеп, бында килеүҙе һәм ветеран менән хушлашыуҙы үҙемдең бурысым тип таптым.