3 декабрь, Шәмбе

15 август 2012 йыл, 12:55

2013 йыл Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Алда көткән 2013 йыл Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Тейешле Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Документ һәр кешенең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде, тип хәбәр ителә «Greenpress» федераль урман мәғлүмәт агентлығы сайтында. Ошоға ярашлы, ил Хөкүмәте төп экологик саралар планын әҙерләргә бурыслы. Уларҙы тормошҡа ашырыу субъекттарҙың башҡарма власть органдарына йөкмәтеләсәк.

2012 йылда тәбиғәтте һаҡлаусылар Владимир Путинға төрлө экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү үтенесе менән бер генә тапҡыр мөрәжәғәт итмәне. Селигерҙа ил башлығы менән осрашыу барышында улар экологияны Рәсәй өсөн милли идея тип танырға тәҡдим итте.