10 декабрь, Шәмбе

15 август 2012 йыл, 11:47

Өфө районы советы рәйесе һәм Якутияның Хангаласс улусы башлығы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Ринат Исҡужин

14 августа Өфө районы хакимиәте йортонда Башҡортостан һәм Якутияның рәсми вәкилдәре хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа БР Өфө районы советы рәйесе Илгиз Ахунов һәм Хангаласс улусы муниципаль берәмеге башлығы Юрий Зайцев ҡул ҡуйҙы.

Яҡтар ауыл хужалығы өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште.

– Якутия Республикаһында халыҡтың яҡынса 70 проценты ауыл ерендә йәшәй. Әммә бөгөн төбәктә ауыл хужалығы өлкәһендә ҡулланылған технологиялар ярайһы уҡ иҫкергән. Атап әйткәндә, Башҡортостанда ҡулланылған ҡышҡы теплицалар беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Якутиялағы климат шарттарын иҫәпкә алғанда, бындай технологияларҙы ҡулланыу мотлаҡ. Сөнки ҡыш көнө барлыҡ йәшелсәләр беҙгә Ҡытайҙан ебәрелә. Бындай продукцияның сифаты түбән һәм уны һаҡлау срогы бик ҡыҫҡа, — тип аңлатты Юрий Зайцев.

Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостанда етештерелгән һөт аҙыҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Бынан тыш, Якутия вәкилдәре урындағы умартасылыҡты өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүлмәксе.

Үҙ сиратында, Илгиз Ахунов беҙҙең республика өсөн Якутия партнерҙарының тәжрибәһе ҡыҙыҡ булыуын билдәләне.

– Якутия Республикаһында өйөр йылҡысылығы әүҙем үҫтерелә. Башҡортостан хужалыҡтары өсөн был бик ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Шулай уҡ хеҙмәттәшлек даирәһе артабан киңәйер, тип ышанам. Мәҫәлән, беҙ Хангаласс улусындағы муниципаль аппарат һәм социаль сәйәсәт ҡоролошо менән танышырға планлаштырабыҙ, — тине Илгиз Ахунов.

Визит сиктәрендә ҡунаҡтар шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы предприятиеларына һәм хужалыҡтарына барасаҡ, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.