Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 1 сентябрҙә 44,5 мең уҡыусы беренсе класҡа бара

Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостанда беренсе класҡа 44,5 мең уҡыусы бара. Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был һан былтырғыға ҡарағанда бер аҙға юғарыраҡ, үткән йылда 44 435 бала тәүгә мәктәпкә барғайны.

Йола буйынса, был көндө республиканың белем биреү учреждениеларында тантаналы линейкалар һәм саралар үтә.

Шул уҡ ваҡытта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы быйыл яҙ мәктәпкә яҙылыу ҡағиҙәләренә бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе. Тәү сиратта мәктәпкә беркетелгән территорияла йәшәүсе балалар ҡабул ителә. Улар өсөн яҙылыу 1 мартта башланып, 31 июлгә тиклем дауам итте. Ҡалған балалар, уҡыу йортонда буш урындар булған осраҡта, 1 августан 5 сентябргә тиклем яҙыла.

Баланы мәктәпкә биреү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза һәм шәхесте раҫлаусы документ, йәки Рәсәйҙә сит ил гражданының шәхесен раҫлаусы документ кәрәк.

Әгәр бала мәктәпкә беркетелгән территорияла йәшәһә, үҙең менән баланың тыуыу тураһында таныҡлығын, шулай уҡ йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында таныҡлығын алып килеү мотлаҡ. Бала мәктәпкә беркетелгән территорияла теркәлмәгән булһа, теркәлеү тураһында таныҡлыҡ талап ителмәй.

Әгәр яҡындағы мәктәп администрацияһы балаға урын бүлмәй йәки башҡа төрлө ҡағиҙәләрҙе боҙа икән, ата-әсәләргә тейешле муниципаль район йәки ҡала округының мәғариф өлкәһендәге урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итеү тәҡдим ителә.

Бынан тыш, документҡа ярашлы, баланы дөйөм белем биреү мәктәбенә ҡабул итеү өсөн медицина карталары һәм бала сәләмәтлеге тураһындағы башҡа документтар талап ителмәй.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть