9 декабрь, Йома

15 август 2012 йыл, 9:40

«500 ферма» республика программаһында 43 ҡатнашыусы иҫәпләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың йәнә алты ауыл хужалығы предприятиеһы «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыусы статусын алды. Шулай итеп, «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» маҡсатлы республика программаһына 43 ферма индерелде.

Көн элгәре республиканың Ауыл хужалығы министрлығында конкурс нигеҙендә түбәндәге хужалыҡтар һайлап алынды: Туймазы районының «Ҡушбүләк» крәҫтиән хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Ҡырмыҫҡалы районының «Алатау» агросәнәғәт хужалығы ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Нуриман районының «Алекс» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Бишбүләк районының Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм «Үҙәк» машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы. Был хаҡта БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.