Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

2012 йыл аҙағына Башҡортостанда 12 спорт объекты төҙөләсәк

Иҡтисад

Ағымдағы йылда Башҡортостанда 12 спорт объектын сафҡа индереү планлаштырыла. Уларҙың дүртәүһе республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Стәрлетамаҡта сафҡа индереләсәк 2500 урынлыҡ боҙ аренаһы менән Физкультура-спорт комплексы был объекттар араһында иң ҙуры.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һигеҙ физкультура-һауыҡтырыу комплексы йыйылған иғәнә средстволары иҫәбенә финанслана.

Бынан тыш, 2013 йылда «Аҡбуҙат» ипподромы алдында «Планета» күп функциялы сауҙа-күңел асыу комплексын төҙөп бөтөү планлаштырыла. Уның дөйөм майҙаны 140 мең квадрат метр тәшкил итә. Комлекста сауҙа галереялары, кинокомплекс, ресторандар, кафе, аквапарк буласаҡ. «Планета» төҙөлөп ятҡан Глумилино биҫтәһендә киләсәктә бер нисә йөҙ мең квадрат метр яңы торлаҡ төҙөү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть