10 декабрь, Шәмбе

14 август 2012 йыл, 16:43

Өфөлә 2015 йылға тиклем яңы ҡунаҡханалар асыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә яҡын арала ике ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Уларҙың береһе – Конгресс-холл янында, икенсеһе «Карауанһарай» сауҙа-эш комплексы биләмәһендә урынлашасаҡ. Был хаҡта шишәмбе, 14 августа Өфө хакимиәтендә матбуғат конференцияһында ҡаланың Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы Илдар Ибраһимов хәбәр итте.

— Был ҡунаҡханалар 2015 йылға тиклем төҙөләсәк, — тип белдерҙе ул. — Әммә 2013 йылға тиклем ҡалала яңы ҡунаҡханалар асылмаясаҡ. Бындай объекттарҙы төҙөү етди әҙерлек, күп көс һәм средстволар талап итә.

Бынан тыш, бөгөн ҡалала ғәмәлдәге ҡунаҡханаларҙы реконструкциялау эштәре алып барыла. Был оҙаҡламай Өфөлә ҙур халыҡ-ара сәйәси һәм спорт сараларын үткәреүгә бәйле.