Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Ҡурсаулыҡ» акцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

Шәмбе, 14 августа, Менделеев урамы, 195 адресы буйынса урынлашҡан Өфө ҡурсаулығында активистар төркөмө өмә үткәрә. Сара барышында хайуандар йәшәгән вольерҙарҙы буяу һәм территорияны төҙөкләндереү планлаштырыла.

— Территория ҡаралмаған, — тине акцияны ойоштороусы Гүзәл Сәғәҙиева. – Ял итеүселәрҙән ҡалған сүп-сар күп, ағастар ауҙарылған. Ҡурсаулыҡҡа бүленгән аҡса уны йыйыштырыуға етмәй. Шуға күрә өфөлөләрҙең берҙәм тырышлығы менән парк матур ял итеү урынына әйләнер, тип ышанабыҙ.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акция менән улар йәмәғәтселек иғтибарын ҡалалағы йәнлектәр йәшәгән урындарҙың проблемаларына йәлеп итмәксе. Шулай уҡ территорияны төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләү планлаштырыла. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәренең рәсми битендә урынлаштырылған.

Сара 19 сәғәттә башлана.

Теги: акциялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть