11 декабрь, Йәкшәмбе

14 август 2012 йыл, 12:49

Дмитрий Медведев йәш гвардиясылар менән аралашты

автор: Марина Шумилова

Көн элгәре РФ Премьер-министры, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев Липецк өлкәһендә асылған «Гвардейск» белем биреү лагерында ҡатнашыусылар менән телекүпер форматында аралашты. Дмитрий Медведев менән бергә аралашыуҙа «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Координация советы рәйестәше Артем Туров, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Координация советы ағзаһы Екатерина Стенякина, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников ҡатнашты.

Асыҡ диалог барышында йәш гвардиясылар Дмитрий Медведевҡа бихисап һорауҙар бирҙе, тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Костантин Канунников. Атап әйткәндә, бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү, төбәк һәм муниципаль һайлауҙарҙа веб-камералар ҡулланыу, берҙәм рәсәйлеләрҙең «Илдең профессиональ командаһы» проекты сиктәрендә булдырылған кадрҙар резервы менән һөҙөмтәлерәк файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның 17 августа Липецк өлкәһендә үтәсәк V съезы алдынан Дмитрий Медведев «Йәш Гвардия»ның яңырыуын теләне һәм, уның менән етәкселек итеүгә үҙенең яңы идеялары булған йәштәр килер, тигән ышанысын белдерҙе.