3 декабрь, Шәмбе

14 август 2012 йыл, 12:02

Өфөлө Әмир Вәлитов ветерандар араһында баскетбол буйынса Европа чемпионы булды

автор: Розалия Вәлиева

Литваның Каунас ҡалаһында ветерандар араһында баскетбол буйынса Европа беренселеге үтте. Билдәле спорт журналисы Әмир Вәлитов 70 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр категорияһында ветерандар араһында баскетбол буйынса чемпион булды. Ул Санкт-Петербург командаһы өсөн сығыш яһаған. Шулай уҡ команда составында Октябрьскийҙан Юрий Поляков, Мәскәү һәм Ҡазан спортсылары булған.

Әмир Вәлитов һүҙҙәренсә, ярыштарҙы хеҙмәтләндереү өсөн урындағы судьялар билдәләнгән. Һәм улар, үҙҙәренекен яҡлап, уйынды ғәҙел баһаламаған. Литваның йыйылма командаһы 30:28 иҫәбе менән еңә лә башлаған. Әммә был ваҡытта залға чемпионаттың ойоштороу комитеты рәйесе Анатолий Чупковас килеп ингән, беҙҙең тренер Владимир Шамес уға судьялар эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлеген белдергән. Бынан һуң уйын яйға һалынып, Рәсәй йыйылма командаһы 48:46 иҫәбе менән еңеп сыҡҡан.

Чемпионатта 22 илдән йәмғеһе 113 команда, шул иҫәптән 55 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр категорияһында Өфө командаһы ла ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ һигеҙенсе урын яулаған. Уларҙың төркөмөндә көслө командалар булған, ике уйында өфөлөләр ни бары бер мәрәйгә генә еңелгән.

темалар: баскетбол