5 декабрь, Дүшәмбе

14 август 2012 йыл, 11:14

Төбәк аграрийҙары ураҡты 25 авгусҡа тиклем тамамлаясаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан игенселәре ураҡты 25 авгусҡа тиклем тамамларға планлаштыра. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ағымдағы йылда ҡоролоҡтан барлыҡ тиерлек райондар зыян күрҙе, шуға күрә ураҡ эштәре ябай булмаған шарттарҙа бара. Ғәҙәттән тыш хәл режимы бөгөнгө көнгә республиканың 46 районында һәм 3 ҡала округында индерелгән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған сәсеүлектәр майҙаны 447 мең гектар (иген культуралары – 339 мең, мал аҙығы культуралары – 85 мең, техник культуралар – 23 мең) тәшкил иткән. Ҡоролоҡ арҡаһында зыян күләме яҡынса 2,5 миллиард һумдан ашыу булмаҡсы.

Әлеге ваҡытта 18 район аграрийҙары республиканың Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмдәрен раҫлаған документтар ебәргән. Ҡалған хужалыҡтарҙа юғалтыуҙарҙы баһалау 23 авгусҡа тамамланасаҡ.

Бөгөнгө көнгә республика майҙандарының 70 процентында (1200 мең гектар) иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары урып йыйылған, 67 процентында (1150 мең гектар) һуғылған. Йәмғеһе 1,3 миллион тонна иген һуғып алынған.

Әлеге шарттарҙы иҫәпкә алғанда, республикала аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ужым культураларын сәсеү ҙур әһәмиәткә эйә. Тап был культураларҙың ҡоролоҡ шарттарында ла тотороҡло уңыш тәьмин итеүе сер түгел. Башҡортостанда быйыл ужым культураларын сәсеүгә 550 мең гектар майҙан бүленгән.

Хужалыҡтарҙа кәрәкле орлоҡ әҙерләнгән дә инде, әлегә уларҙың сифаты тикшерелә. Ужым культуралары өсөн минераль ашламалар һатып алыуға 150 миллион һум аҡса бүленәсәк. Республикала шулай уҡ тупраҡ, техника әҙерләү буйынса саралар планы тормошҡа ашырыла.