Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Владимир Путин Урман ауылында балаларҙы ҡотҡарған уҡытыусыны, фермерҙы һәм водителдәрҙе наградланы

Сәйәсәт

Башҡортостандың Иглин районы Урман ауылындағы хәрби келәттә боеприпастар шартлау һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындан күп кенә халыҡ зыян күрҙе, улар йортһоҙ һәм мөлкәтһеҙ ҡалды. Ошо көндәрҙә зыян күреүселәргә пособие һәм компенсация түләү тамамланды.

Ул фажиғәле көндә һәм унан һуңғы көндәрҙә лә кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарып, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләр әҙ булмаған. Урындағы мәктәп балаларын ҡотҡарыуҙа маршрут автобусын йөрөтөүсе Андрей Кучеров, Урман ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Надежда Метельская, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Александр Минеев, мәктәп автобусын йөрөтөүсе Рауил Минекәев айырыуса ҙур ярҙам күрһәткән.

Рәсәй Президенты Вдадимир Путиндың 2012 йылдың 8 авгусындағы Указы менән Андрей Кучеров, Надежда Мительская, Александр Минеев һәм Рауил Минекәев «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланды. Был юғары федераль наградаға улар «экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть