5 декабрь, Дүшәмбе

14 август 2012 йыл, 9:38

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Эльмира Сабирова

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары вазифаһына донъяның көслө биатлонсыларының береһе, 1998 йылда Наганола Олимпия уйындарының бронза призеры Павел Мөслимов тәғәйенләнде, ул юғары ҡаҙаныштар спортына контроллек итәсәк. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Павел Мөслимов 1967 йылдың 15 июнендә Өфөлә тыуған. 1997 йылда – Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Павел Ильич спортсы-инструктор, Төмән өлкәһе идаралығының юғары ҡаҙаныштар спорты бүлеге тренеры, БР биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе һәм заманса биш төр ярыш буйынса балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе директоры булып эшләй.

«Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланған.