4 декабрь, Йәкшәмбе

13 август 2012 йыл, 17:31

Башҡортостанда 70 процент майҙанда иген йыйып алынған

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 70 процент майҙанда йыйып алынған һәм һуғылған. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ашлыҡ 1,204 миллион гектар майҙанда йыйып алынған, был дөйөм территорияның 70 процентын тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта уртаса уңыш гектарынан 10,9 центнер тәшкил итә. Республикала йәмғеһе 1,278 миллион тонна иген һуғылған.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сабып алыу тамамланған да тиерлек. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ районы игенселәре 90 процент майҙанда ашлыҡ йыйып алған. Улар 98,2 мең тонна иген әҙерләгән. Уңыш буйынса Илеш районы аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй – улар гектарынан 18 центнер иген йыйып ала.