11 декабрь, Йәкшәмбе

13 август 2012 йыл, 16:11

Быйыл төбәктә 50 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

2012 йылда республикала һуңғы 25-35 йыл эсендә тәүгә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү буйынса масштаблы эш башланды. Быйыл Башҡортостанда 11 мең яңы урынға иҫәпләнгән 50 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был маҡсаттарға яҡынса 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта Стәрлетамаҡта уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Былтыр бала баҡсаларын тығыҙлау, уларҙы ауыл ерендәге мәктәптәрҙең буш торған бүлмәләрендә асыу иҫәбенә беҙҙә 10 мең яңы урын булдырылды, — тип аныҡлыҡ индерҙе Рөстәм Хәмитов. – Был заманса, ҡиммәт бала баҡсалары. Ундағы бер урын беҙгә 500 меңдән алып бер миллион һумға төшә.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов шәхси бала баҡсалары системаһын үҫтерергә саҡырҙы.

— Бихисап район һәм ҡалалар ошо йүнәлештә эш алып бара – яңы шәхси учреждениелар аса. Унда 10-20 бала тәрбиәләнһә лә, был хеҙмәт ҙур һорау менән ҡуллана, ул да беҙгә кәрәк. Шуға күрә бергәләп алдағы ике-өс йылда был проблеманы, нигеҙҙә, хәл итәсәкбеҙ, — тине Президент.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов бөгөнгө көнгә уның юғары булмауын билдәләне.

— Беҙ алдыбыҙға йыл аҙағына эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса республика кимәленә еткереү бурысын ҡуябыҙ, — тине Президент.