Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала «Бизнес-йәй 2012» йәштәр фестивале асыла

Иҡтисад

Дүшәмбе, 13 августа, Башҡортостанда VI «Бизнес-йәй» Төбәк-ара йәштәр фестивале асыла. Ул «Павловка паркы» туристик үҙәге биләмәһендә үтәсәк.

Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, төбәктең Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы һәм «КУБ» бизнес менән идара итеү клубы сығыш яһай. Алты көнлөк проектта 35 йәшкә тиклемге яңы эш башлаған, буласаҡ һәм уңышлы эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар ҡатнаша.

БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры Ирина Абрамова билдәләүенсә, әлеге фестиваль Владимир Тарасовтың уникаль системаһы буйынса бизнес-лагерь форматында үтәсәк. Быйыл сарала Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан тыш, Омск, Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да йәштәр ҡатнаша.

«Бизнес-йәй 2012» фестивале 18 авгусҡа тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть