8 декабрь, Кесе йома

13 август 2012 йыл, 15:00

Рөстәм Хәмитов бер йыл эсендә мәғарифҡа һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартырға ҡушты

автор: Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғарифҡа бәйле бер нисә мөһим мәсьәләгә ҡағылды.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, бөгөн республика мәктәптәрендә 400 мең уҡыусы белем ала, совет осоронда уларҙың һаны 700 меңдән ашыу булған.

— Ул осорҙа белем биреү системаһы бурысын үтәй ала ине, ә бөгөн нимәләр күҙәтелә? Республикала бер уҡыусы булған – 150, ике уҡыусы булған – 300, өс бала уҡыған – 500-600 класс бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Беҙ барлыҡ ресурстарҙы ла йәлеп иттек, башҡаса аҡса бүлә алмайбыҙ.

Бының өсөн эске мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу зарур, тип белдерҙе ул. Республика башлығы мәғлүмәттәре буйынса, бындай сығымдар 5,5 миллиард һум тәшкил итә. Ошоға бәйле Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәғариф министрлығына һәм вице-премьерына йыл эсендә мәғарифҡа һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартырға ҡушты, «әммә мәктәптәр һанын ҡыҫҡартыу иҫәбенә түгел», тип аңлатты ул.