5 декабрь, Дүшәмбе

13 август 2012 йыл, 11:19

Төбәк башлығы яңы бала баҡсаһының файҙаланыуға әҙер булыуын тикшерҙе

автор: Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы асылырға торған бала баҡсаһында булды.

Бина «Ҡояшлы» биҫтәһендә урынлашҡан. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөүгә средстволар республика бюджетынан бүленгән. Бында 210 балаға иҫәпләнгән 10 төркөм асыласаҡ. Бала баҡсаһы физкультура-сәләмәтләндереү йүнәлешендә эшләйәсәк. Шуға күрә беренсе ҡатта бассейн да төҙөлгән.

Рөстәм Хәмитов бассейнды проектлауҙың эшләнеп еткерелмәгән урындарын атап әйтте. Ул үтә тәрән итеп төҙөлгән, эсендәге һыу 70 билдәһенә тиклем тултырыласаҡ. Һөҙөмтәлә балалар бейек баҫҡыс буйлап күтәрелергә һәм төшөргә мәжбүр буласаҡ. Һәм бында, тәү сиратта, көс тәрбиәләүселәргә төшәсәк.

Республика Президенты проектлаусыларҙы һәм төҙөүселәрҙе объектты проектлау осоронда уҡ ойоштороу мәсьәләләре хаҡында ентекле уйларға саҡырҙы.

Рөстәм Зәки улы шулай уҡ физкультура залының тренажерҙар менән тәьмин ителеүен тикшерҙе.