4 декабрь, Йәкшәмбе

13 август 2012 йыл, 9:50

Стәрлетамаҡта мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте

автор: Эльмира Сабирова, Дмитрий Слезин

Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте. Уҡытыусылар форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлектәре начальниктары ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡытыусыларҙың ҙур форумы төбәктә 1997 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. 16-сы август кәңәшмәһе «Республикала белем биреү: кешегә һәм төбәк киләсәгенә инвестициялар» темаһына үткәрелде.

Уҡытыусылар кәңәшмәһе төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшенән башланды, унда мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар, йәш таланттарҙы асыҡлау һәм үҫтереү буйынса дөйөм милли системаһы концепцияһы сиктәрендә һәләтле балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы социаллаштырыу, төбәк мағариф системаларын яңыртыу сиктәрендә дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандартын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу мәсьәләләре, дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандартын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре, «Мәғариф тураһында»ғы Федераль закон проектында ҡаралған уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың социаль гарантиялары, республика педагогтарын аттестациялау һөҙөмтәләре һәм проблемалары тикшерелде.

Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡтың бер нисә мәктәбе, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышты.