Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан төҙөүселәре федераль наградаларға лайыҡ булды

Иҡтисад

Башҡортостандың төҙөлөш индустрияһында эшләүсе 70-тән ашыу кеше федераль кимәлдәге наградалар һәм исемдәр алды. Тәбрикләү тантанаһы 10 августа республиканың Төҙөүселәр союзында үтте. Унда БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рәүф Ноғоманов, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов һәм БР Төҙөүселәр союзы президенты Рәшит Мәмлиев ҡатнашты.

Рәүф Ноғоманов һүҙҙәренсә, Башҡортостан төҙөүселәренең хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ.

— Беҙҙең йәмғиәтте үҫтереүгә һеҙ ҙур өлөш индерҙегеҙ, — тине ул. – Традицияларығыҙ киләсәктә лә юғалмаһын. Артабан да һөҙөмтәле һәм әүҙем эшләрһегеҙ, тип ышанғы килә. Башҡортостандың төҙөлөш тармағы юғарыға күтәрелһен өсөн, уртаҡ тырышлыҡтар менән барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Рәшит Мәмлиев билдәләүенсә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, республиканың төҙөлөш комплексына ең һыҙҡанып эшләргә кәрәк.

Алдынғы төҙөүселәр «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» билдәһе, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының почет грамоталары, шулай уҡ башҡа наградалар һәм исемдәр менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть