11 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2012 йыл, 16:18

Республиканың биш районында иген урып йыйыу тамамлана

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан майҙандарының 63 процентында, йәғни бер миллион гектарҙан ашыу майҙанда иген урып йыйылған, 62 процентында – һуғылған.

Шул уҡ ваҡытта республиканың биш районында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыу аҙағына ла яҡынлаша. Архангел, Благовещен, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында иген 80 процент майҙанда йыйылған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белгестәре уңыш күрһәткестәренең түбәнәйеү тенденцияһын билдәләй. Шулай итеп, әлегә Башҡортостанда уртаса алғанда гектарынан 11,2 центнер ашлыҡ йыйып алына.

Илеш районы аграрийҙары иген урып йыйыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй – гектарынан 18 центнер. Стәрлетамаҡ игенселәренә лә етеүселәр юҡ – улар 91,5 мең тонна иген һуғып алған.