Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә виноград уңышын йыйыу башланды

Иҡтисад

Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәгендә виноград өлгөрөп еткән. Быйыл был көньяҡ емешен ике айға алданыраҡ йыя башлағандар. Йәй башынан алып көндәр эҫе тороу сәбәпле уңыш быйыл мул. Аграрийҙар һәр ҡыуаҡтан туғыҙ килограмға тиклем уңыш йыя.

Виноград Кушнаренко селекция үҙәгендә 2,5 гектар майҙанда үҫтерелә. Быйыл уңыш яҡынса биш тонна тәшкил итергә тейеш. Үҫентеләр һатып алыу маҡсатында Башҡортостандың виноград баҡсаһына илдең күп төбәктәренән киләләр. «Башҡорт», «Стреляева иҫтәлегенә», «Ҡарағай», «Юбилейлы» кеүек сорттар тап бында булдырылған. Һыуыҡтарға яҡшы сыҙағанға күрә, Уралда улар ҙур популярлыҡ яулай.

Кушнаренко районында виноград баҡсалары тарихы 1928 йылдан алып башлана. Ул ваҡытта Башҡортостанға Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлаусы ике йәш агроном – Лидия һәм Василий Стреляевтар ебәрелә. Республикала тәүге дәүләт тәжрибә баҡсаһын һәм емеш питомнигын булдырыу уларҙың төп бурысы була. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть