9 декабрь, Йома

10 август 2012 йыл, 14:10

Баш ҡалала федераль контракт системаһы буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Федераль контракт системаһы – конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе» темаһына Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Конференция республика баш ҡалаһында ағымдағы йылдың октябрендә үтә.

Бындай ҙур сараны ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Конференцияға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса халыҡ-ара эксперттар ҡатнашлығындағы ойоштороу комитеты составы раҫланған да инде. Уның рәйестәштәре итеп РФ Иҫәп палатаһы аудиторы Александр Пискунов һәм БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов билдәләнде.

БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция эшендә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Финанс министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, ил субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, сарала халыҡ-ара, йәмәғәт һәм ғилми ойошмалар, шулай уҡ төбәктәрҙең дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса вәкәләтле органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.