10 декабрь, Шәмбе

10 август 2012 йыл, 12:39

Аэропорт вокзалы комплексының иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителә

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты реконструкцияланасаҡ һәм киңәйтеләсәк. Ошоға бәйле аэропорт вокзалы комплексын эҙмә-эҙлекле үҫтереү буйынса архитектура-планлаштырыу концепцияһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителә. Концепцияны әҙерләгәндә вокзал янындағы майҙанды киңәйтеүҙе һәм аэропорттың дөйөм генераль планын төҙөүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.

Төп талаптарға ярашлы, аэропорт вокзалы комплексын үҫтереү өс этаптан торорға тейеш. Шулай уҡ, конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, комплексты берҙәм стилдә эшләү зарур, вокзал янындағы майҙандың киңәйтелгән өлөшөн төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

Бәйге ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем үткәрелә. Иң яҡшы проекттар авторҙарын 50000, 30000 һәм 20000 һум күләмендә аҡсалата приздар көтә.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында танышырға була.