10 декабрь, Шәмбе

10 август 2012 йыл, 12:01

Юстиция министрлығы сәйәси партияларҙың ғәмәлдәге ойоштороу комитеттары тураһында мәғлүмәт бирә

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Юстиция министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта, 9 авгусҡа ҡарата, илдә сәйәси партияларҙың 197 ойоштороу комитеты теркәлгән. Белешмәләрҙә ойошма исеме, уның барлыҡҡа килеү көнө, вәкәләтле кешеһе тураһында һәм башҡа мәғлүмәт бар.

Шулай уҡ, «Концептуальная Партия Единение» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһын булдырыу буйынса ойоштороу комитеты ойоштороу съезын үткәреү айҡанлы үҙ эшен туҡтата, тип хәбәр ителә.

Ойошмалар исемлеге Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында урынлаштырылған.