5 декабрь, Дүшәмбе

10 август 2012 йыл, 11:30

Урман ауылы халҡына янғындан зыян күргән торлаҡ өсөн компенсация бүленде

автор: «Башинформ»

Урман ауылында хәрби келәттә боеприпастар шартлау һәм янғын һөҙөмтәһендә зыян күргән торлаҡ һәм мөлкәт өсөн халыҡҡа компенсация бүлеү тамамлана, тип хәбәр итә «Интерфакс-Поволжье» агентлығы, Иглин районы хакимиәтенә һылтанма яһап.

«Урман ауылынан 787 йорт хужаһы 10-40 мең һум күләмендә компенсация түләүҙәре аласаҡ. Түләүҙәр граждандар иҫәбенә 1 августан күсерелә башланы һәм бөгөнгө көнгә раҫланған исемлектә булған кешеләрҙең 99 процентына улар күсерелде», — тип аныҡлыҡ индерҙе район хакимиәте вәкиле.

Дөйөм алғанда, агентлыҡ менән әңгәмәләшеүсе һүҙҙәренсә, янғындан зыян күргән Урман ауылы халҡына компенсацияға республика бюджетынан 2012 йылда 10 миллион 624,2 мең һум аҡса бүленгән. Компенсация алыусылар исемлектәре зыян күргән граждандарҙың ғаризалары нигеҙендә төҙөлгән. Баһа ҡуйыусылар зыян күргән мөлкәт хаҡын билдәләп, был һөҙөмтәләр район хакимиәте ҡарамағында булдырылған махсус комиссия ултырышында тикшерелгән.

Алдан хәбәр ителеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында 37 миллион һум аҡса бүленгәйне. Был сумманан средстволар бер тапҡыр финанс ярҙам күрһәтеүгә (һәр кешегә 10 мең һум), мөлкәтен өлөшләтә юғалтҡан ғаиләләргә финанс ярҙам күрһәтеүгә (һәр ғаилә ағзаһына 50 мең һум) һәм мөлкәтен тулыһынса юғалтҡан ғаиләләргә финанс ярҙам күрһәтеүгә (һәр ғаилә ағзаһына 100 мең һум) бүленде.

Бынан тыш, зыян күреүселәргә торлаҡ төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплау өсөн 64,5 миллион һумға 53 торлаҡ сертификаты бирелде. Урман ауылында йәшәүсе 1165 кеше аҡсалата компенсация алды.