Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары Лондондан әйләнеп ҡайтты

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Лондонда Олимпия уйындарын ойоштороусылар саҡырыуы буйынса «Рус паркы» программаһында сығыш яһаны. Был ваҡиғаға арналған матбуғат конференцияһында бейеүселәр сит илгә сираттағы сәфәрҙән алған тәҫьораттары менән бүлеште. Графиктары бик тығыҙ булыу сәбәпле улар беҙҙең спортсыларҙың сығыштарын һәм, ғөмүмән, спорт ярыштарын ҡарай алмаған. «Быға ҡарамаҫтан, беҙҙең сығыштарҙың файҙаһы бар. Лондонға килгәнебеҙҙә, Рәсәй йыйылма командаһы 9-сы урында ине, ә хәҙер 5-селә», — тип шаяртты коллектив етәксеһе Рим Әбделмәнов. Дүрт көн дауамында артистар, башҡа ансамблдәрҙән үҙҙәренең хеҙмәттәштәре менән бер рәттән, Кенсингтон паркына килеүселәр өсөн бейегән. Унда Король ғаиләһе резиденцияһы урынлашҡан. «Сығыштарыбыҙҙы был һарайҙа йәшәүселәр ҙә күргән, тип әйттеләр беҙгә», — тине ансамбль администраторы Айһылыу Байғусҡарова.

— Августа беҙ бер нисә тапҡыр сит илгә сығасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте ансамбль директоры Радик Шәрәфетдинов. – Төркөмдөң бер өлөшө әле Бразилияла, унда халыҡ-ара фестиваль үтә. 27 августа беҙ Берлинда, Германияла Рәсәй көндәрендә булырға тейешбеҙ. Сентябрь башында ансамбль Русский утрауына Азия – Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге саммитына юлланасаҡ.

— Башҡортостан буйынса гастролдәр октябргә билдәләнгән, ә 23-27 ноябрҙә Өфөлә ансамблде булдырыусы һәм иң танылған хореография номерҙары авторы Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Беҙҙең менән бергә концерттарҙа Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаясаҡ, — тип вәғәҙәләне төркөмдөң художество етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть