10 декабрь, Шәмбе

10 август 2012 йыл, 9:53

Рөстәм Хәмитов Өфөлә халыҡ-ара саммиттар үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын булдырҙы

автор: Сергей Захаров

9 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС илдәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк Хөкүмәтенә 1 октябргә тиклем әҙерлек саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға, шул иҫәптән саммиттарҙы үткәргәндә файҙаланыласаҡ инфраструктура объекттарын, биналарҙы һәм транспорт сараларын әҙерләү буйынса эште ентекле планлаштырырға ҡушылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Указ менән Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты булдырылды. Уға Башҡортостан Президенты етәкселек итә.

Белешмә өсөн. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан илдәрен берләштерә. Юғары органы — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары башлыҡтары Советы.

БРИКС – биш тиҙ үҫешеүсе дәүләттән (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан) торған төркөм. Ойошма 2006 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды.