Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Әлфис Ғаязов: «Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер»

Йәмғиәт

Башҡортостандың барлыҡ тиерлек мәктәптәре 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.

— Дөйөм белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү буйынса комиссия 1 августан эшләй башланы. 15 авгусҡа мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙерлекте тамамларға тейеш, — тип билдәләне ведомство башлығы. – Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 1666 мәктәп һәм 879 филиал эшләй. Йәй эсендә 641 мәктәптә — төрлө ауырлыҡтағы ремонт, 1016 мәктәптә ғәҙәттәге ремонт үткәрелде, 775 мәктәп өсөн ҡорамалдар һатып алынды.

Министр билдәләүенсә, дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһына ярашлы капиталь ремонтҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Мәктәпкәсә белем биреү системаһы буйынса ла эштәр әүҙем алып барыла. Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, быйыл 52 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә төбәктең белем биреү системаһы Рәсәй Федерацияһында иң ҙурҙарҙан һанала. Унда 865 мең кеше белем ала һәм тәрбиәләнә, 166 мең педагог һәм хеҙмәтләндереү персоналы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть