Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.16

EUR 63.64

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырыу кимәле ярайһы уҡ күтәрелгән

Иҡтисад

Өфөлә эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырыу кимәле август башына ҡарата 82,4 процент тәшкил итте. Бер йыл элек, 1 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес 75,9 процентҡа тиң ине.

Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдың ғинуарынан алып Өфөлә 13600 кеше эшкә урынлаштырылған. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ өфөлөләр һаны 1 авгусҡа ҡарата 7400 кешегә еткән, был ағымдағы йыл башына ҡарата 83 процентҡа тиң.

Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле Өфөлә август башына ҡарата 1,31 процент тәшкил иткән. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек, йәғни бер вакансияға дәғүә иткән граждандар иҫәбе ошо уҡ осорға ҡарата 0,4-кә тиң ине.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть