11 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2012 йыл, 15:48

Баш ҡалала төҙөүселәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 600 кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Баш ҡалала төҙөүселәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 600 кеше ҡатнашты. Төҙөлөш ойошмаларынан тыш, эшкә урынлаштырыу буйынса әлеге сарала сауҙа, дөйөм туҡланыу, транспорт, һаҡ предприятиелары, шулай уҡ консультацион хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән. Улар 350-нән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.

— Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашҡандар араһынан яҡынса 50 кеше эшкә саҡырыу алды. Эшһеҙҙәр араһынан йәнә 25 кешене предприятие һәм ойошма вәкилдәре беҙҙең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Киләһе бындай сара Өфөлә 16 августа үтә, унда һаҡ предприятиелары үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк.