5 декабрь, Дүшәмбе

09 август 2012 йыл, 15:08

Төбәктең 19 районында урман янғыны хәүефе арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың 19 районында урман янғыны хәүефе арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылған.

Төбәктең Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы һәм Хәйбулла райондарында һуңғы ваҡытта урман янғындары буйынса киҫкен хәл күҙәтелә.

Шулай итеп, һуңғы ике тәүлектә генә төбәктә 79 гектар майҙан уттан зыян күргән.

Әлеге ваҡытта Ейәнсура, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарында дүрт урман янғыны һүндерелмәгән, уларҙың дөйөм майҙаны 15,6 гектар тәшкил итә. Уларҙың икәүһе әлегә таралыуҙан туҡтатылған, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы әлеге райондарҙа 2012 йылдың 14 июлендә индерелгән айырым янғынға ҡаршы режим саралары комплексын нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына урман янғындарын һүндереүгә көстәр һәм средстволар әҙерләргә, шулай уҡ уттан зыян күргән урман культураларын иҫәпкә алырға ҡушылды. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына күрһәтелгән райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән осорҙа һунар итеүҙе тыйыу мөмкинлектәрен тикшереү, шулай уҡ республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығына федераль кимәлдәге ҡурсаулыҡтарҙа һәм милли парктарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды.

Муниципаль райондар хакимиәттәре урман янғындарын һүндереүҙе ойоштороу буйынса оператив штабтар булдырырға, урман хужалыҡтарына һәм БР Урман хужалығы ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларына ярҙам күрһәтергә тейеш.

Бынан тыш, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ауылдарға һәм иҡтисад объекттарына хәүеф янағанда урман янғындарын һүндереү өсөн оператив төркөмдәр ойошторорға тәҡдим ителде.

БР Урман хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда йәмғеһе 166 урман янғыны теркәлгән, уларҙан 880 гектар майҙан зыян күргән.