10 декабрь, Шәмбе

09 август 2012 йыл, 12:56

Өфө ҡала Советы рәйесе граждандарҙы ҡабул итте

автор: Марина Шумилова

Көн элгәре Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко граждандарҙы ҡабул итте, йорт ихаталарын һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү аралашыуҙың төп темаһы булып торҙо.

Ҡалала йәшәүсе ҡатын Октябрь проспектындағы 86/2 һанлы йорт ихатаһында балалар өсөн бәүелсәк һәм тимер тау урынлаштырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән. Йортта йәшәүселәр үҙҙәренең торлаҡ-эксплуатация участкаһы менән аңлаша алмаған. Шуға күрә ҡала депутаттарына мөрәжәғәт итеү берҙән-бер сара булып тора, тип иҫәпләй улар. Әммә ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү мәсьәләһен ҡала Советы депутаттары ғына түгел, ә йорт алды территорияларының торошо өсөн яуаплы булған хеҙмәттәр ҙә хәл итергә тейеш, тигән фекерҙә йортта йәшәүселәр.  

Балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙән тыш, осрашыуҙа һәләтле йәштәргә, яңғыҙ йәшәгән оло кешеләргә ярҙам итеүгә, Өфөлә торлаҡ хужалары берләшмәләрен ойоштороуға һәм уларҙың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде.

Өфө ҡала Советы рәйесенә шулай уҡ торлаҡ мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Әммә ҡала Советының мохтаждарға ярҙам итеү өсөн торлаҡ фонды юҡ һәм ул фатир бүлеү буйынса хоҡуҡтарға эйә түгел. Шуға күрә бындай мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Ғәмәлдәге республика һәм федераль программалар буйынса торлаҡ сират буйынса һәм федераль бюджеттан аҡса бүленеүгә ҡарап бирелә.