8 декабрь, Кесе йома

09 август 2012 йыл, 12:08

Республикала иген менән залог операциялары механизмы эшләй башланы

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала иген менән залог операциялары механизмы эшләй башланы. Эксперттар фекеренсә, көҙгө баҫыу эштәре тамамланған осорҙа финанс йәһәттән ҡыйынлыҡ кисергән ауыл халҡы өсөн был ҙур ярҙам буласаҡ.

Аграрийҙар иген тапшырғандан алынған аҡсаға яғыулыҡ-майлау материалдары һатып ала, техниканы ремонтлай аласаҡ.  

— Ауыл эшсәндәре игенде операторға билдәле ваҡытҡа кире һатып алыу хоҡуғы менән билдәләнгән хаҡ буйынса тапшыра. Әгәр хужалыҡ уңышын 2013 йылдың 1 мартына тиклем ҡабат һатып алмаһа, иген операторҙа ҡала, — тип аңлатты «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Илдар Әмирханов.

Белгестәр фекеренсә, программаны тормошҡа ашырыу республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә тиҙ арала кәрәкле средстволар алырға, эске баҙарҙа иген һаҡлап ҡалырға, игенде уңайлы ваҡытта һәм отошло хаҡ буйынса һатырға мөмкинлек бирәсәк.