Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Рәсәй туриндустрияһы лидерҙары билдәләнәсәк

Йәмғиәт

Мәскәүҙә 16-сы «Туриндустрия лидерҙары – 2012» халыҡ-ара конкурсы үтәсәк. Ойоштороу комитеты конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынын.

Премия 19 номинация буйынса тапшырыласаҡ, улар араһында — «Иң яҡшы төбәк туристик фирмаһы», «Туризмды үҫтереүгә өлөш индергән өсөн», «Туризмды үҫтереүҙәге ҡаҙаныштар өсөн», «Йылдың иң яҡшы туроператоры», «Хеҙмәтләндереү сифаты».

Балалар патриотик туризмы өлкәһендә эшләгән компанияларға «Балаларға Рәсәй бүләк итәйек» блогындағы программалар һәм туристик индустриялағы инвестиция проекттары өсөн айырым награда тапшырыласаҡ.

Ағымдағы йылдың 23 ноябрендә үтәсәк лауреаттарҙы наградлау тантанаһында дәүләт власы органдары, төбәк хакимиәттәре, туризм буйынса милли офистар, туристик компаниялар, шифаханалар, ҡунаҡханалар вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть