4 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2012 йыл, 10:49

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк-ара конкурстың махсус призына лайыҡ булды

автор: Любовь Колоколова

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы XII «Яратам һине…» Төбәк-ара тыуған яҡ тураһында видеоклиптар конкурсының «Ватан яғымлылығы» номинацияһында еңеүсе тип танылды. Республиканың дәүләт телерадиокомпанияһы «Беҙҙең һайлау – бәлкәй Ватан» фондының попечителлек советы рәйесе Юрий Шафраниктың махсус призына лайыҡ булды.

Конкурс Төмән өлкәһендә үтте, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан. Унда бөтә илдән бер нисә тиҫтә телекомпания ҡатнашты. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эше — «Байсауыл» видеоклибы диплом менән билдәләнде.

Жюри ағзалары Өфө видеоклибын иң профессиональ эштәрҙең береһе тип атаны.