3 декабрь, Шәмбе

09 август 2012 йыл, 10:19

Төбәктә бер миллион тоннанан ашыу сенаж һәм ярты миллион тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала мал аҙығы культуралары 960 мең гектар майҙанда сабып алынған, был дөйөм территорияның 87 процентын тәшкил итә. Быйыл мал аҙығын әҙерләү ураҡ эштәре менән бер ваҡытҡа тура килде. Һәм бында өҫтөнлөктәр була алмай, сөнки ике процесс та мөһим.

Ҡоро һандар артында ауыл эшсәндәренең көндәлек хеҙмәте ята, уларҙың күпселеге планды арттырып үтәй. Шулай итеп, Баҡалы, Краснокама, Нуриман, Туймазы һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтары бесәнде норманан артығыраҡ әҙерләгән. Республиканың Белорет, Йәрмәкәй, Иглин райондары сенаж әҙерләү буйынса планды арттырып үтәгән.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта төбәктә 515 мең тонна бесән, 1,306 миллион тонна сенаж һәм 149 мең тонна силос әҙерләнгән, бер шартлы мал башына иҫәптә был 14,6 центнер мал аҙығы берәмегенә тиң. Был күрһәткес буйынса Яңауыл районы механизаторҙары беренсе килә. Улар бер шартлы мал башына 28,2 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләгән.