10 декабрь, Шәмбе

09 август 2012 йыл, 9:49

Мәләүез районында заманса малсылыҡ фермаһы төҙөлә башланы

автор: Марина Шумилова

Мәләүез районында, «Старт» крәҫтиән-фермер хужалығында 200 баш эре малға иҫәпләнгән заманса малсылыҡ комплексын төҙөү урынында тәүге таш һалынды. Тантаналы сарала Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вәхитов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов ҡатнашты.

«Старт» крәҫтиән-фермер хужалығы Мәләүез районында ғына түгел, бөтә республикала ла алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булып тора. Уның менән Илдус Шәрипов етәкселек итә.

— Артабан да уңышлы үҫешер өсөн, ауыл иҡтисадын диверсификациялау юлы буйынса барырға кәрәк, — тип иҫәпләй Илдус Шәрипов.

Мәләүез районы хакимиәте инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүҙе, йәғни электр һәм һыу менән тәьмин итеүҙе, юл төҙөүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бөгөн объектта нигеҙ һалына башланы. Малсылыҡ фермаһын сентябрҙә төҙөп бөтөү планлаштырыла. «Старт» крәҫтиән-фермер хужалығы уға ете миллион һумдан ашыу аҡса һала.

— Һуңғы дүрт йыл эсендә Мәләүез районы хужалыҡтарында 30-ҙан ашыу малсылыҡ бинаһы төҙөлдө һәм реконструкцияланды, — тип аңлатты Александр Баранов. – Заманса технологиялар ҡулланып, хужалыҡтар мал аҫрау шарттарын яҡшыртып ҡына ҡалманы, ә ит һәм һөт етештереү күләмдәрен күпкә арттыра алды. Ағымдағы йылдың ете айында районда һәр һыйырҙан 2800 литрҙан ашыу һөт һауылған. Һыйыр малының тәүлегенә артымы 601 грамм тәшкил итә.

Малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе үҫтереү буйынса эштәр районда дауам ителә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: малсылыҡ