8 декабрь, Кесе йома

08 август 2012 йыл, 17:25

Латыш тарихи-мәҙәни үҙәге шишмәләрҙе таҙартыу буйынса акция үткәрҙе

автор: Людмила Терновая

«Максим Горький» латыш тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортостандың Архангел районында шишмәләрҙе таҙартыу буйынса экологик акция үткәрҙе. Өмә ауыл Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙамында үткәрелде. Акцияла ҡатнашыусылар Максим Горький ауылы эргәһендәге шишмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартты. Был урындарҙа ауыл халҡы ял итеү зоналарын булдырырға ниәтләй. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, экологик өмәләр үткәреү буйынса бындай тәжрибә районда дауам ителәсәк.