9 декабрь, Йома

08 август 2012 йыл, 16:48

Евгений Семивеличенко: «Рим Хәсәнов Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ»

автор: Любовь Колоколова

Әлеге ваҡытта «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында «Өфөнөң рәсми булмаған гимны авторы, композитор Рим Хәсәнов «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡмы?» тигән темаға һорау алыу үткәрә. Ошоға бәйле бөгөн онлайн-конференция барышында «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенконан «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә кандидатура тәҡдим итеү процедуралары хаҡында һораны.

— Композитор Рим Хәсәнов – ҡаланың лайыҡлы граждандарының береһе, һәм ул, әлбиттә, был исемгә лайыҡ, — тип үҙ фекерен әйтте Евгений Семивеличенко.

Рим Хәсәнов – «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс» кеүек популяр йырҙар авторы.

— Өфөнөң почетлы гражданы исеме бирелһен өсөн, коллектив менән ҡала Советына мөрәжәғәт итергә кәрәк, — тип аңлатты Евгений Семивеличенко. – Ҡала Советы президиумы бындай исем биреү тураһында хәстәрлек күрергә хоҡуҡлы. Рим Хәсәнов кеүек кеше, әлбиттә, бындай исемгә лайыҡ.