10 декабрь, Шәмбе

08 август 2012 йыл, 16:10

Рөстәм Хәмитов «ЕСМ» компанияһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

8 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электрохимия станоктары етештергән предприятиеһына визиты барышында уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Предприятиела заманса технологиялар һәм металдарҙы эшкәртеү буйынса яңы алымдар ҡулланыла. Бында етештерелгән станоктар ярҙамында иретмәләрҙән төрлө конфигурациялы деталдәр эшләп була. Бындай технология бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла һорау менән ҡуллана.

Әммә предприятиены йылдам үҫтереү буйынса пландар бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй: ағымдағы йылда «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бер нисә йөҙ миллион һум суммаға продукция етештерергә тейеш, әммә етештереү күләмдәре 140 миллион һумдан да артмаясаҡ, моғайын.

Предприятиела юғары квалификациялы менеджмент, туранан-тура һатыу һәм бындай ҡорамалдар баҙарын формалаштырыу идарасыһы булмауы бындай хәлдең төп сәбәбе булып тора.

— Ҡорамалдар етештереүселәр үҙҙәре өсөн бындай яңы ысынбарлыҡты формалаштыра алмайҙыр, күрәһең. Уларҙың бурысы – яңы ҡорамалдар эшләү, технологиялар булдырыу, уларҙы ғилем донъяһында тәҡдим итеү. Ә артабан иһә уларҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән структуралар килеп ҡушылырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ултырыш барышында компанияны үҫтереү буйынса бер нисә вариант тикшерелде.