2 декабрь, Йома

08 август 2012 йыл, 15:16

Өфө ихаталарын ремонтлауға 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде

автор: Любовь Колоколова

Быйыл Өфө ихаталарын ремонтлауға 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Республика бюджеты иҫәбенә яҡынса 170 ихата ремонтланасаҡ. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко һөйләне.

— Аҡса бүленде, әммә ҡайһы бер процедуралар оҙаҡҡа һуҙылды, — тип билдәләне Евгений Семивеличенко. — Әлбиттә, төҙөкләндереү эштәре миҙгел башланғас башҡарылырға тейеш. 150 ихата буйынса бындай эштәр августа башланды.

Ҡала Советы рәйесе шулай уҡ былтыр 700-гә яҡын ихата ремонтланыуы хаҡында әйтте. Бындай эш артабан да дауам ителәсәк.

Күп фатирлы йорттарға килгәндә, биш йыл эсендә, Евгений Семивеличенко һүҙҙәренсә, барлыҡ йорттар ҙа ремонтланып бөтөргә тейеш. Баш ҡала булараҡ, Өфөнөң йөҙө һәр яҡлап та күркәм булырға тейеш.

Онлайн-конференцияла «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары шулай уҡ ҡала территорияларын сүп-сарҙан таҙартыу, автомобилдәр өсөн парковка урындарын булдырыу мәсьәләләрен ҡуҙғатты.

— Тимер гараждар ҡала өсөн ҡулай түгел, — тип үҙ фекерен әйтте Евгений Семивеличенко. – Заманса парковкалар кәрәк. Яңы йорттар төҙөгәндә был мәсьәләне күҙ уңында тотоү зарур.