5 декабрь, Дүшәмбе

08 август 2012 йыл, 12:34

Алмаз Алиулов Испаниянан тыуған яғына ҡайтты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Мирон Доровских

Башҡортостанда тыуып үҫкән, сараһыҙҙан Испаняла йәшәргә мәжбүр булған Алмаз Алиулов Өфөгә ҡайтты. Уны барып алған өләсәһе Фәнүзә Салауат ҡыҙы ейәнен һәм ҡыҙының мәйетен ҡайтарыуҙа ярҙам күрһәткән барлыҡ кешеләргә оло рәхмәтен белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Алмаз Алиулов, әсәһе үлгәндән һуң, сит илдә бер үҙе тороп ҡала. Ошо ваҡытҡа тиклем 11 йәшлек малай Севилья ҡалаһының реабилитация үҙәгендә була. Альбина Алиулованың туғандары малайҙы барып алыу өсөн аҡса эҙләй, уның әсәһе халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов малайҙы тыуған яғына ҡайтарыу мәсьәләһен үҙ контроленә алғайны. Һәм, ниһайәт, 30 июлдә Алмаздың өләсәһе Испанияға китә.

— Испанияла беҙ өс көн булдыҡ, — тип һөйләне Фәнүзә Салауат ҡыҙы. – Ҡыҙымдың үлеүенә ышанманым, был хаталыр, тип уйланым. Шуға күрә мин барғансы кремация яһамауҙарын һораным. Әммә, ҡҙғанысҡа ҡаршы, был ысын булып сыҡты.

Етеш тормошта йәшәргә ынтылған, улына матур киләсәк ҡорорға хыялланған Альбина тыуған тупрағында – Баймаҡ районының Комсомол ауылында һуңғы төйәген тапты.  

Алмаз 6-сы класҡа барырға планлаштыра. Был ваҡыт эсендә ул испан телен өйрәнеп, дуҫтар табырға өлгөргән. Улар менән Алмаз электрон почта аша аралашып торорға ниәтләй.

Журналистр менән аралашҡандан һуң ул өләсәһе менән тыуған яғы – Баймаҡ районына юлланды.